Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров онлайн ултырыш үткәрҙе. Унда гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика йәмәғәт проекттары буйынса беренсе урын алды. Төрлө сараларҙа 32 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостанда “Волга буйы театрҙары”, “Алтын шайба”, “ФормАрт”, “Интеллектуаль Олимпиада” кеүек фестиваль һәм конкурстар ойошторола. Республикала йәштәр менән әүҙем эшмәкәрлек юғары баһаланды.