Өфөлә быйыл да “Владимир Спиваков саҡыра" фестивале уҙа

Тамашасыларҙы СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Милли филармония оркестры менән осрашыу көтә. Музыканттың тыуған ерендә фестиваль үткәреү матур йолаға әүерелде. Проект “Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре" программаһы барышында тормошҡа ашырыла. Фестиваль 21 февралдә нәфис музыкаль программа менән асыла.