Дәүләт Думаһы депутаттары юғары һәм махсус уҡыу йорттарына ингәндә саҡырылыш буйынса армияла хеҙмәт итеүҙе иҫәпкә алыу тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ул абитуриенттарға спорт ҡаҙаныштары, ирекмәнлек эшмәкәрлеге һәм олимпиадаларҙа еңеү өсөн балл билдәләргә мөмкинлек бирә.