Документҡа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы, ул рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Программа биш йылға иҫәпләнгән. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 6 миллиард һумға яҡын аҡса бүленә. Сумманың 4 миллиард һумдан күберәге Рәсәй биләмәләр үҫеше фондынан ҡаралған. Йылытыу, һыу торбаларын, ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу маҡсаты ҡуйыла.