Күләмле проект төбәктең мәҙәни программалары Дирекцияһы менән берлектә Башҡортостан башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Тәүмаҡсат - күп милләтле республиканың йыр һәм бейеү фольклорын күрһәтеү. Төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған бай репертуар әҙерләнә. Концерт программаһын Өфөнән тыш, илдең ун алты ҡалаһында ҡуйыу ҡаралған. Гастролдәр март һәм апрелдә үтә.
Мәҙәни программа сиктәрендә «Илкәйем», «Башҡорт балы», «Өфө», «Салауатҡа дан» һәм башҡа вокал-хореография композициялары яңғыраны, башҡорт, удмурт, ҡаҙаҡ, төрөк халыҡ бейеүҙәре ҡуйылды. Тамашасылар «Мираҫ»тың «Хазина»һын ихлас ҡабул итте. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған концертҡа тотош ғаиләләре менән килеүселәр булды.