7-нән 70-кә саңғыға баҫты. Республиканың көньяҡ райондарында йәшәүселәр ҡыштың иң сәмле спорт сараһында ҡатнашты. Баймаҡ ҡалаһында саңғы ярыштары үтте. Унда Әбйәлил, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһынан йөҙгә яҡын спортсы көс һынашты.
Ишкилде тауы саңғы йөрөргә яратыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе бер майҙанға тупланы.Ярышта төрлө арауыҡта Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Сибай ҡалаһынан саңғысылар үҙ көсөн һынаны.Сара сәләмәт,әүҙем тормош алып барыуҙы пропагандаланы.
Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух. Ярышта ҡатнашыусылар йәш буйынса ете категорияға бүленде.Иң йәш спортсыға -7 йәш булһа,иң өлкәненә -70. Саңғыла йөрөү -әсәле- ҡыҙлы Айзилә менән Рәзилә Әлибаеваларҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе.Был ярышта улар үҙ төркөмдәрендә беренсе булып финиш һыҙығын үтте.
Саңғы ярышы -саф һауала сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыусы спорт төрө. Барлыҡ арауыҡта ла алдынғылыҡ өсөн ярыш ҡыҙыу барҙы. Йығылыусылар ҙа булды,әммә улар шунда уҡ саңғыларына йәнә баҫып,алда барғандарҙы ҡыуып етергә тырышты .
Альбина Байегетова