Белорет районы Олойылға ауылы халҡы бишенсе йыл рәттән дәүләт программаһында ҡатнаша

Быға тиклем урындағы халыҡ тәҡдиме буйынса мәктәп тәҙрәләре яңыртылған, ағас электр таяуҙары тимер-бетон ҡоролмаларға алмаштырылған. Быйыл мосолмандар зыяратын тәртипкә килтереү ҡарала. «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы» буйынса биләмә кәртәләрен профнастилға алмаштырмаҡсылар. Ошо маҡсатта бер миллион 63 мең һум аҡса талап ителә. Сумманың бер өлөшө республика, район ҡаҙнаһынан бүленһә, урындағы халыҡтан 100 мең һум йыйыу күҙаллана.