Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт менән 21 февралдә сығыш яһай

Был турала Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте. Дәүләт башлығы телмәр менән быйыл Мәскәүҙең «Ҡунаҡһарай» комплексында сығыш яһар тип көтөлә. Мөрәжәғәтнамәлә әлеге шарттарҙа илдең социаль-иҡтисади үҫеше, эске һәм тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә иғтибар бирелгән. Башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл залға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар саҡырылған. Әле шулай уҡ сит ил журналистарына аккредитация уҙғарыу мәсьәләһе хәл ителә тип билдәләнә Кремлдең рәсми мәғлүмәтендә.