Өфөлә Бөтә Рәсәй йәштәрен берләштергән «Беренселәр хәрәкәте» сафы тағы ла 50 уҡыусыға артты

«Беренселәр хәрәкәте» нә ҡушылып. Өфөлә Бөтә Рәсәй йәштәрен берләштергән «Беренселәр хәрәкәте» сафы тағы ла 50 уҡыусыға артты. Орджоникидзе районында «Диалог» ойошмаһы ҡанаты аҫтында эшләгән «Вираж» үҫмерҙәр клубында «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй ойошмаһының беренсе звеноһы асылды. Илле үҫмерҙән башланған ойошма йәштәргә киләсәк һөнәрен һайлауҙа, сәләмәт тормошто һайлауҙа, төрлө һәләттәрҙе асыуҙа ҙур этәргес көс буласаҡ, тип күҙаллана. Беренсел звеноға яңы һулыш биреүселәр, йәштәрҙе илебеҙ патриоттары, сәләмәт рухлы, әүҙем тормош яҡлы итеп күрергә теләй.