Халыҡ-ара сара Башҡортостан төбәктәренән башҡа, Удмурт республикаһы, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре вәкилдәрен берләштергән. Өс көн дауамында баш ҡаланың төрлө майҙандарында халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү саралары, концерттар үтә. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар февралгә хас булған боронғо йолаларҙы сәхнәләштерәсәк. Ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәресен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
Башҡорт халҡының боронғо кәсебе менән шөғөлләнгән был ханым Архангел районынан. Фәнисә Гальцова балаҫ һуғыуҙы урындағы оҫтанан өйрәнгәндән һуң, юғалып барған кәсепте халыҡ араһында тарата. Борон һөнәр башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡ араһында таралған булған. Бөгөн һарыҡ йөнө, кәзә дебетен заманса материалдар алмаштырһа ла, биҙәү-ҡулланыу сәнғәтенең асылы үҙгәрмәгән. Фәнисә ханымдың һуғыу станогы ла боронғо, оҫтабикә фаразы буйынса, XIX быуатҡа ҡарай.
Башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн төҫтәрҙе һайлап, һәр орнаментҡа айырым иғтибар биргән кеүек үк, рус халҡы ла һәр билдәгә тылсымлы мәғәнә һалған. Әйтәйек, билбауҙарҙағы сварог билдәһе маҡсатҡа ирешеүҙә сәм өҫтәй, яуыз көстәрҙән һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Уларҙы ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа таҡҡан. Халыҡ кәсебен тергеҙеү менән Ҡыҙыл Еҙем ауылы оҫтабикәләре шөғөлләнә.
Ә был рус милли бәҙәүестәре, йолаға ярашлы, сәйләндән яһала. Гайтан шулай уҡ бетеү функцияһын үтәгән, муйын һәм күкрәкте һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Борондан туй өсөн, йорт өсөн төрлө биҙәкле муйынсаҡтар яһалған.
Ҡул эштәре оҫталыҡ дәрестәре - йыл һайын ойошторолған фестивалдең бер өлөшө генә. Улар иртәгә лә дауам итә. 3 көнлөк сарала тағы ла концерттар, милли йолаларҙы сәхнәләштереү ҡаралған.
Рәзилә Ғиниәтуллина