Илеш районында 1 мең 200 башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөлө башлай

Бөгөн уның проекты менән Республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында төбәктең социаль объекттарында ла булды. Тиҙҙән Илештең «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерында уҡыу корпусы сафҡа индерелә, Ә Үрге Йәркәйҙең 4-се урта белем биреү мәктәбе капиталь ремонттан һуң ишектәрен асҡан. Райондағы үҙгәрештәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Аҡ ҡар япмаһы менән ҡапланған ошо яланда ике йылдан заманса малсылыҡ комплексы барлыҡҡа килә. «Үҙәк» машина-технология станцияһы бында 1 мең 200 баш малға иҫәпләнгән ферма төҙөргә ниәтләй. Проект буйынса килешеүгә Өфөлә былтыр декабрҙә уҙған бизнес аҙналығында ҡул ҡуйылған. Инвестиция проекты 1 миллиард 300 миллион һумға иҫәпләнгән. Һөҙөмтәлә 40 яңы эш урыны асылырға тейеш. Төҙөлөштө 2025 йылға тамамлау ҡарала. Һөтсөлөк комплексы йылына 11 мең тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ.

Башҡортостан башлығы ауыл эшсәндәренең проектын хупланы. Республикала һөт етештереүҙе индустрия кимәленә сығарыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш башҡарыла, тине Радий Хәбиров.

Әшмән ауылы эргәһендәге «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерында һуңғы йылдарҙа төҙөлөш тауышы тынмай. Ыңғай үҙгәрештәр Радий Хәбировтың 2021 йылғы эш сәфәренән һуң башланған. Республика башлығының ҡушыуы буйынса бында яңы заманса йоҡо корпустары, спорт майҙансыҡтары файҙаланыуға тапшырылған. Эш хәҙер ҙә дауам итә.

Әле төҙөлөш ҡайнаған майҙанда 146 урынға иҫәпләнгән заманса уҡыу корпусы ҡалҡып сығасаҡ. Был йыл әйләнәһенә балаларҙы ҡабул итеү мөмкинлеген арттыра. Уҡыу корпусында дәрестәрҙән тыш, Берҙәм дәүләт имтиханына, конкурс-олимпиадаларға әҙерләү, инглиз теле буйынса профилле смена ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ғалимдары килеп курстар уҙғарасаҡ.

«Орленок» балалар һауыҡтырыу лагеры республикала тәүгеләрҙән булып йыл әйләнәһенә эшләүгә күсә. Көҙгө каникулда бында Донбасстан килгән уҡыусыларҙы ҡабул иткәндәр. Әммә хужалар әйтеүенсә, үҫешкә ҡамасаулаған факторҙар ҙа бар. Тәү сиратта зәңгәр яғыулыҡ һуҙылмауы һәм заман технологияларының килеп етмәүе. Башҡортостан башлығы Мәғариф министрлығына проблемаларҙы хәл итеү ммөкинлеген ҡарарға ҡушты.

Үрге Йәркәйҙең 4-се мәктәбен иһә хәҙер танырлыҡ та түгел. Ул тулыһынса яңырған, заман талаптарына яраҡлаштырылған. Капиталь төҙөкләндереү федераль программаға ярашлы тормошҡа ашырылған. Ошо маҡсатта бөтәһе 122 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Башҡортостан башлығы уҡыу класттарын, ашхананы, тамаша залын, стоматология кабинетын ҡарап сыҡты. Әле белем усағында 500 бала уҡый. Мәғариф учреждениеһында данлыҡлы яҡташтары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет класы эшләй башлаған. Педагогтар әйтеүенсә, илһөйәрлек тойғоһо бала саҡтан һалынырға тейеш. Белем усағы был бурысты лайыҡлы башҡара. Күптән түгел урында балалар башланғысы үҙәге асылған, үҫеш нөктәһе уңышлы эшләп килә.

Быйыл республика буйынса бөтәһе 77 белем усағын ремонтлау ҡаралған. Был белем биреү сифатына ла ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә.

Рәмзиә Кәримова