Башҡортостан башлығы Илеш районында СВО-ла һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре менән осрашты

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Марат Мостафин, Рөстәм Йыһаншин, Илгиз Сәйфуллин, Эльвир Яҡупов һәм Альберт Абдуллиндың ата-әсәһенә илһөйәр рухлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Беҙ ҡаһарман улдарыбыҙ тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ, уларҙың ата-әсәләрен, ғаиләләрен, туғандарын иғтибар, хәстәр менән уратып алырға бурыслыбыҙ, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан башлығы һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләренә Республика кардиология диспансерында дауалау һәм реабилитация курсы үтергә тәҡдим итте.

Район башлығы Илдар Мостафин Илеш батырҙарының исемен мәңгеләштереү саралары ҡараласаҡ, йәш быуын уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнәсәк тине. Ата-әсәләр даими хәстәр, йылы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт белдерҙе.