Башҡортостандан Төркиәгә ярҙамға барған ирекмәндәр ҡотҡарыу эшенә тотондо

25 кешенән торған төркөм емереклектәрҙе таҙарта, мохтаждарға медицина ярҙамы күрһәтә. Ҡотҡарыусылар менән бергә юғалған кешеләрҙе эҙләүгә өйрәтелгән Торин ҡушаматлы эт тә бар. Әле яҡташтарыбыҙ таулы, ауыр рельефлы Каһарманмараш ҡалаһында эшләй. Улар бер нисә төркөмгә бүленеп тәүлек әйләнәһенә эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙыуынса, Төркиәләге авария-ҡотҡарыу эштәрендә республика вәкилдәре барыһы ла үҙ теләге менән ҡатнаша. Ғәрәсәт урынына сәфәр алдынан ҡотҡарыусылар, ялға сығыу тураһында ғариза яҙған.