Граждандар авиацияһына йөҙ йыл тулыу уңайынан Мостай Кәрим исмемендәге «Өфө» аэропортының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Диспетчерҙар, багаж ташыусылар, аэропорт эшселәре, самолетты хеҙмәтләндереүселәр, борт оҙатыусылары һәм әлбиттә, летчиктар. Әлбиттә, барыһы ла һауаға күтәрелмәй. Әммә уларҙың барыһы ла пассажирҙың хәүефһеҙ осошон тәьмин итеүсе һөнәр эйәләре. Граждандар авиацияһында йыйыштырыусынан алып капитанға тиклем мөһим роль башҡара. Бүләкләнеүселәр араһында ла төрлө һөнәр вәкилдәре бар ине.
Башҡортостанда ла граждандар авиацияһы бай тарихлы. Баш ҡалала тәүге осоу апараттары әлеге көньяҡ автовокзал эргәһендә урынлашҡан аэродромдан күтәрелә. Бер быуат эсендә ул ҙур үҫеш юлы үтеп илдең иң заманса һауа ҡапҡаларына әйләнә. Әле «Өфө» аэропорты Рәсәйҙең иң уңайлы һәм яҡшы йыһазландырылған 8 аэровокзал исемлегендә.