Эшлекле шарттарҙа үткән һөйләшеүҙә Республиканың көнсығыш райондарына ҡараған муниципаль берәмек вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуға министрлыҡ, ведомство етәкселәре лә, ҡала-район башлыҡтары ла саҡырылды.
Кәңәшмә алдынан Радий Хәбиров урындағы башланғыстар программаһы буйынса алынған муниципаль техника һәм фермерҙар продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны. Республика башлығы хужалыҡ етәкселәре һәм эшкәртеүселәр менән әңгәмә барышында Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән программа эшләүен билдәләне. Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, улар техника һәм ҡоролмалар алыуға субсидия менән ҡулланған. Был етештерелгән продукция сифатын яҡшыртырға булышлыҡ иткән. Башҡортостан агро-технология колледжы Раил Ғүмәров Республика башлығынан уҡыу йортон капиталь ремонтлау программаһына индереүҙе һораны.
Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа һөйләшеү киләсәк бурыстар, өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре хаҡында барҙы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, әле иҡтисадтың төп тармаҡтары тотороҡло үҫешә, был уңыштарҙа идарасы команданың фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, күләмле инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Илеш районы аша М-7 федераль трассаһының яңы участкаһы үтәсәк, ул Ҡазан-Екатеринбург юғары тиҙлекле юлының бер өлөшө һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса М-12 Мәскәү-Ҡазан магистрален дауам итәсәк. Радий Хәбиров урындағы үҙидараға ярҙам тураһында ла әйтеп үтте. Быйыл урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһын финанслау 200 миллион һумға арттырылған. «Атайсал» проекты ла үҙен уңышлы проект тип иҫбатланы. Киләһе йыл да «Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы» тип иғлан ителгән, тине Республика етәксеһе. Кәңәшмәлә хакимиәт башлыҡтары ла үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, үҫеш юлдары буйынса фекер алышты.