Нисек һөнәр һайларға, эш урыны табырға? «Торатау» конгресс холында уҙған #Трудкрут форумы һәм Ғаилә фестивалендә ҡатнашҡан йәштәр ошо һорауға яуап эҙләне. Сарала БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Бер эш хаҡынан икенсеһенә тиклем осон осҡа ялғап йәшәргә түгел. Юғары маҡсаттар ҡуйып уны тормошҡа ашырыу юлдарын табырға. Үҙ тормошоңдоң хужаһы булырға. Йәштәр уйын аша заманса фекерләргә өйрәнә.
Рәсәй студенттары отрядтары көнөнә арналған форумда үҫмер саҡтан хеҙмәткә, һөнәр һайларға өйрәтеү, эш урыны табыу, фриланс, ҙур компанияларҙа стажировкаға үтеү, тематик квестар, бизнес- тренерҙар менән осрашыу ойошторолдо.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, былтыр мәшғүллек үҙәктәре менән 14 йәштән 29 йәшкә тиклемгеләргә 30 мең тирәһе вакансиялар тәҡдим ителгән. Был йәһәттән студент отрядтары ойошмалары ла әүҙем эш алып бара һәм йәйге каникулда ваҡытлыса эшкә урынлашырға ярҙам итә. Үҫмер студент отрядтары ойошмаһында республиканың 200 тирәһе уҡыусыһы иҫәпләнә.
#Трудкрут форумы егерменсе ғаилә фестивале менән бер майҙанда үтте. Бында ғаилә психологтары, логопедтар һәм башҡа белгестәр эшләне. Төрлө ойошмалар балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ойошторҙо.
Рәмилә Исмәғилева