Ҡала халҡы республиканың төрлө райондарынан килтерелгән ит, һөт, бал кеүек тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алды. Өфөнөң Дим районы Хәҡиҡәт урамында ойошторолған сауҙалағы хаҡтар менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова ҡыҙыҡһынды.
Һарыҡ, тана, йылҡы ите. Ауырғазы районынан килгән йүнселдәр ҡала халҡына экологик таҙа шарттарҙа үҫтерелгән ит тәҡдим итә. Халыҡ магазинда һатылған ит продукцияһын үҙһенмәй, шуға беҙгә төбәп килә ти Луиза Суфиянова. Берәүҙәр ашҡа һөйәкле киҫәк һайлаһа, икенселәр һум иткә өҫтөнлөк бирә. Ике көн эсендә шәхси хужалыҡ ярты тоннаға тиклем ит һата.
Мирғәзовтар ғаиләһе Дүртөйлө районынан йәрминкәгә тәүгә килгән. Улар өсөнсө быуын ҡортсолары, 40 йылдан ашыу умарта тота. Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай балын сиреген мең ярым һумға алырға була.
Дим районының Хәҡиҡәт урамының бер өлөшө ял көндәрендә сауҙа ойоштороу өсөн йәйәүлеләр урамына әйләнә. Бында тана, йылҡы итенән тыш шулай уҡ ҡош иттәре -ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм тауыҡ түшкәләрен дә алырға мөмкин. Шишмә, Архангел, Кушнаренко, Бүздәк һәм башҡа райондарҙан йүнселдәр үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итә. Хаҡтарға килгәндә, сифатлы продукция арзан булмай тигән фекерҙә һатыусылар. Ә һатып алыусыларҙың фекере төрлө.
Сауҙа кәштәләрендәге тауарҙың сифатын ветеринария хеҙмәте тикшерә, ит-һөт аҙыҡтарына махсус тамға ҡуйыла. Ауыл хужалығы йәрминкәләре баш ҡаланың төрлө майҙандарында ла ойошторола. Йәрминкә ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итә, ауыл халҡына хеҙмәтенән табыш алырға ярҙам итә.
Лилиә Мәҡсүтова