Мәшһүр ҡурайсының «Сая киләсәкте һөйләр Ишҡурай» тип исемләнгән юбилей кисәһе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ишморат Илбәков күптәргә тынғыһыҙ, эҙләнеүсән ижадсы булараҡ билдәле. Юбилей сараһына музыканттың ижадташ дуҫтары, уҡыусылары, яҡындары йыйылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Ҡәйүм улы тамашасыларға хроматик ҡурай - Ишҡурайҙың авторы булараҡ та билдәле. Юбиляр киләсәктә Өфөлә Ҡурай үҙәге булдырыу маҡсаты менән йәшәүе тураһында ла белдерҙе.
Ишморат Илбәков Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан музыкаға булған һөйөү уны Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә алып килә. Артабан белемен Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетында камиллаштыра. Бөгөн ул күптәргә лайыҡлы остаз. Ишморат Илбәковты тыуған көнө менән ҡотларға Ҡаҙағстан вәкилдәре лә килгән.
Талантлы ҡурайсы халыҡ моңдарын да, эстрада йырҙарын да, классик әҫәрҙәрҙе лә берҙәй оҫта башҡара. «Ишҡурай»ҙың авторы донъяның утыҙҙан ашыу илендә булып, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралын төрлө ҡитғаларҙа танытҡан. Сәхнә оҫтаһы өсөн ҡурай тоғро дуҫ та, моңдашы ла. Юбилей кисәһе быны тағы бер иҫбатланы.
Әлфинә Килдейәрова