Унда 120-нән ашыу спортсы йыйылды. Сарала 4 йәштән алып 72 йәшкәсә саңғысы көс һынашты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Вәзәм ауылында йәшәүсе Зөфәр Сурин бала сағынан сәләмәт тормошто һайлай. Айырыуса хоккей, футбол уйындарын, саф һауала саңғыла йөрөүҙе үҙ итә. Районда үткәрелгән саңғы ярыштарын ҡалдырмай, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә ҡатнаша.
Ярыштың Вәзәм ауылында үткәрелеүе осраҡлы түгел, сөнки ошо ауылда Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура уҡытыусыһы, Солтан Байгилдин тыуып үҫкән. Трасса һәр йәш категорияһына таянып һалынған. Таҙтүбә битләүенә менеп төшөүҙәре ҡатнашыусыларға ла, ҡеүәтләп торған көйәрмәндәргә лә оҡшаны. Саңғысыларҙың әҙерлек кимәле төрлө булһа ла, һәр кем үҙ күрһәткесен яҡшыртырға тырышты.
Ярышта тотош ғаиләһе менән ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Ата-әсәләр, хәрәкәттә - бәрәкәт тип, балалары менән саңғыға баҫты.
Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан килгән 72 йәшлек Шәрифулла Шәрипов иң өлкән ҡатнашыусылар категорияһында, яҡшы һөҙөмтәләр менән беренсе урын яуланы. Быҙаулыҡ ауылынан Салауат Туғыҙбаев, үҙ трассаһын еңеллек менән үтеп, еңеүселәр рәтендә. Бәйгегә сыҡҡан оло йәштәгеләр башҡаларға үрнәк, өлгө булып тора.
Бәйге булғас, еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә була. Әммә ҡыйыулыҡ, көс табып, ярышта үҙ көсөн һынап ҡарарға килгән бер ҡатнашыусы ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Венера Әминева менән Айгөл Сурина саңғыла һәр кис йөрөргә тырыша, һәм был уларға үҙ категорияларында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, беренселек яуларға булышлыҡ итте.
Саңғы ярышы матур байрамға әйләнде. Һәр килгән ҡунаҡ ваҡытын саф һауала файҙалы үткәрҙе. Ҡунаҡсыл Вәзәм халҡы бәйгеселәрҙе мәҙәниәт йортонда йылы сәй, милли аш-һыу менән һыйланы.