Башҡортостанда «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе киңәйтелә

Уның сиктәрендә Өфө индустриаль паркы ла төҙөкләндерелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников ҡатнашлығында Өфө индустриаль паркы эшмәкәрлеге менән танышты. Эш сәфәре барышында «Амкадор» иген эшкәртеү өсөн ҡоролмалар етештереү заводы төҙөлөшө һәм «Кроношпан» предприятиеһын киңәйтеү менән бәйле инвестиция проекттары ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә..

Иген эшкәртеү өсөн ҡоролмалар етештереү заводы төҙөлөшө юғары темп менән дауам итә. «Амкадор» инвестиция проекты республика сәнәғәтен үҫтереүҙә өҫтөнлөклө объекттарҙың береһе һанала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән ҡеүәтле предприятие мөмкинлектәре менән танышты. Заводта сәнәғәт циклын ойоштороу өсөн алты гектарҙан ашыу ер участкаһы бүленгән. Был майҙанда завод төҙөлөшө өсөн талап ителгән инфраструктура алдан уҡ әҙерләнгән, сөнки биләмә Өфө индустриаль паркы нигеҙендә һалына.

Республика тарафынан махсус иҡтисади биләмәләрҙең эшен ойоштороу өсөн ярҙам саралары ҡаралған. Резиденттар преференция менән файҙаланып компания мөлкәте өсөн һалымды ташламалы хаҡ менән түләй.

Өфө индустриаль паркының дөйөм майҙаны 300 гектарға яҡын. Сәнәғәт кластерында төп резидент “Кроношпан” ағас эшкәртеү ойошмаһы урынлашҡан. Бында ағас плитә сығарыла һәм оҙаҡламай фанера етештерә башлау көтөлә. Яңы инвестиция проекттары өҫтәмә эш урындары һәм республика ҡаҙнаһына һалым килтерә башлаясаҡ.

Башҡортостандағы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе Рәсәйҙә йылдам үҫешкән майҙансыҡҡа әүерелде. Ике йыл эсендә ул ун йыл элегерәк булдырылған иҡтисади зоналар өсөн етди конкурентҡа әйләнде тип баһаланы Максим Решетников. Шуға ла биләмәне киңәйтеү һәм уның үҫешенә ярҙам итеү көн талабы булып тора билдәләнде.

Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү һәләте, эшҡыуарҙар өсөн махсус иҡтисади биләмәләге эшмәкәрлек шарттары, инфраструктура менән тәьмин итеү һәм башҡа саралар республиканы индустриаль парктар һаны буйынса Рәсәйҙең алдынғы өс төбәге исемлегенә күтәрҙе. Һөҙөмтәле эш ярҙамында республикаға 45 млрд һум инвестициялар йәлеп ителгән.

Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Максим Решетниковты Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙы. Бында авиация двигателдәрен, газ сығарыу агрегаттарын етештереү һәм хеҙмәтләндереү предприятиеһы цехтарын эшен артабан камиллаштырыу юлдары ҡаралды.

Флорида Ким