«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 552 миллион һум аҡса бүленәсәк. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников билдәләүенсә, заявканың конкурста еңеүе - республика командаһының дөрөҫ йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров федераль ведомство етәксеһе менән бергә «Торатау» геопаркында булып, республикала туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен барланы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Күп милләтле халҡы менән дан тотҡан республиканың туристик мөмкинлектәре сикһеҙ. «Торатау» геопаркын ғына алайыҡ, йылына ул ике йөҙ меңдән ашыу туристы ҡабул итә. Шихан итәгендә ойошторолған сираттағы «Ҡышҡы һабантуй» ҙа йөҙҙәрсә кешене магнит көсөндәй үҙенә ылыҡтырҙы. Байрамға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников та тамаша ҡылды. Сара сиктәрендә федераль ведомство етәксеһен дүрт мең квадрат саҡрым биләмәлә урынлашҡан геопарктың картаһы - тәбиғи ҡомартҡылары менән таныштырҙылар.
Геологик киҫелештәр, тау, мәмерйәләр - асыҡ һауалағы музейға тиң биләмәнең туризмды үҫтереү буйынса ҡеүәте киң. Визит-үҙәккә генә инеп тә, республиканың көньяғында асылған яңы маршруттар менән танышырға мөмкин. «Башҡортостанды, тәү сиратта, үҙебеҙгә асырға кәрәк!» Республикала 2020 йылдан алып тормошҡа ашырылған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ла өлкән йәштәгеләргә сәйәхәт итеү мөмкинлектәрен арттырҙы. Радий Хәбиров күләмле проект нигеҙендә сит илдәргә лә сәфәрҙәр ойоштороу яҡлы.
Торатауға килгәндә, биләмәлә туристар өсөн этнокомплекс төҙөлөшө күҙаллана. Тау башына тиклем баҫҡыс, итәгендә ат һәм йәйәүлеләр һуҡмаҡтары һалынған.
Бәләкәй аҙымдарҙан ҙур проекттарға! Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников геопарктағы туризм үҫеше мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Ҡурсаулыҡ айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән айырмалы, геопаркта инфраструктура,бизнесты үҫтерергә мөмкин. Был йәһәттән «Торатау» эргәһендәге ауылдарҙа ыңғай үҙәгрештәр күҙәтелә. Эшҡыуарлыҡ үҫеш юлында. Яңы эш урындары барлыҡҡа килә.
Шихан эргәһендәге комплекста республикала эске туризмды үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелде. Тармаҡты үҫтереүгә федераль үҙәктән ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Уны уңайлы туристик мөхит, кемпингтар булдырыу, пляждарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеү ҡаралған.
Республикала «Урал» туристик-рекреация тибындағы махсус иҡтисади биләмә булдырыуға заявка әҙерләнә. Шулай уҡ Евразия күсмә халыҡтар цивилизация музейы төҙөлөшө планлаштырылған. Һуңғы проект Радий Хәбиров өсөн айырыуса ҡәҙерле.
Рәсми ҡунаҡтар «Торатау» биләмәһенәд солоҡсолоҡ үҫеше менән дә танышты. Быйыл республика кимәлендә тармаҡты үҫтереүгә 20 миллион һум аҡса йүнәлтеү көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина