Башҡортостан менән Адыгея республикаһы сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытырға ниәтләй. Яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ике республиканың етәкселәре - Радий Хәбиров менән Морат Кумпилов ҡул ҡуйҙы. Адыгея делегацияһы эш сәфәре барышында шулай уҡ Өфө индустриаль паркында, Республика менән идара итеү үҙәгендә булды, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Рәсәй субъекттары коды исемлегендә тәүге икәү - 01 һәм 02 төбәктәренең хеҙмәттәшлек юлдары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Баш ҡаланың төньяҡ зонаһы күләмле төҙөлөш майҙанына әүерелгән. Һуңғы йылдарҙа бында ҡеүәтле, заманса предприятиелар ҡалҡып сыҡҡан. Улар Өфө индустрия паркына берләшкән. «Амкадор» заводы ҙур кластерҙың бер өлөшө, ул иген эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡоролмалар етештереү буйынса махсуслашҡан. Был инвестиция проектына Санкт-Петербургтағы иҡтисад форумында нигеҙ һалынған. Заводты быйыл йәй файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Өфө индустрия паркының дөйөм майҙаны 300 гектарға яҡын. Адыгея делегацияһы кластерҙың етештереү комплексын ҡараны. Бында тәүге резидент булып «Артагро « предприятиеһы теркәлгән. Ул ауыл хужалығы объекттары төҙөү һәм реконструкциялау менән шөғөлләнә. Шулай уҡ иген таҙартыу ҡоролмалары йыйыу йүнәлеше лә яйға һалынған.
Адыгея делегацияһы индустрия паркы буйынса эш тәжрибәһен үҙҙәрендә лә ҡулланырға ниәтләй. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, был етештереү ҡеүтәтрен үҫтереү, импортты алмаштырыу йәһәтенә уңышлы алым. Шулай уҡ ауыл хужалығы, туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә мөмкин.
Башҡортостан менән Адыгея республикаһы делегацияһының был тәүге генә осрашыуы түгел. 2019 йылда ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылған. Башҡортостандан Адыгеяға дизель яғыулығы, бензин оҙатыла. Ә төнъяҡ-көнсығыш Кавказ төбәгенән беҙгә данлыҡлы адыгей сыры, йәшелсә-емеш килтерелә. Әммә делегациялар билдәләүенсә, хеҙмәттәшлек мөмкинлеге тағы ла киңерәк.
Ике яҡ араһындағы эшлекле осрашыуҙа аныҡ маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Башҡортостан вәкилдәре Адыгеяның теплицалар плантацияһын үҙ эсенә алған «Йәшел йорт» проекты менән ҡыҙыҡһынды. Тәү сиратта рауза сәскәләре үҫтереү тәжрибәһе менән. Осрашыу аҙағында ике яҡ араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Ул төрлө йүнәлештә берлектәге эшмәкәрлекте күҙ уңында тота.
Адыгея делегация вәкилдәре тотош Башҡортостандың сағылышы булған Республика менән идара итеү үҙәген ҡараны. Төнъяҡ-көнсығыш Кавказ төбәге һанлы форматҡа күсеү буйынса эш тәжрибәһен үҙләштерергә ниәтләй. Ҡунаҡтар шулай уҡ Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалды. Былтыр асылған монументаль комплекс ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостан халҡының һәм ҡунаҡтарынң яратҡан урынына әүерелеп өлгөргән.
Рәмзиә Кәримова