Затон биҫтәһендәге белем усағы 1992 йылда Өфө осоусылар юғары хәрби авиация училищеһы нигеҙендә асыла. Тәүҙә бында хәрби ҡаласыҡта йәшәүселәрҙең балалары уҡыған. 825 урынға иҫәпләнгән мәктәптә әле 2 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Уҡытыу ике сменала алып барыла. Байрам тантанаһына ветеран уҡытыусылар, төрлө йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары саҡырылған. Кисәлә педагогтар тәбрикләнде, күңелле осрашыуҙы концерт номерҙары биҙәне.