Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы кешеләре эйәләштергән айыу балаһы белгестәр тәрбиәһендә буласаҡ

Ике аҙна элек йортҡа килгән айыу балаһының инәһен атҡандар тигән фараз да бар. Шәхси йорттоң вольерында аҫралған хайуанды артабан яҙға тиклем ҡарарға теләүселәр табылған. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Инә айыу урынына, тайыштабанды йорт хужаһы баға. Айыу балаһы башҡаларға һағайып, бер ни тиклем , ятһынып ҡарай. Әммә үҙен ҡотҡарыусы Рим Суфияновҡа эйәләшкән тиергә лә була, ҡулынан аяғүрә баҫып алма, кәнфит ала. Хужа тайыштабанға ел өрмәһен өсөн вольерҙың ҡибла яғы япма менән ҡапланған. Ике аҙнанан ашыу ваҡыт арауығында ул бер-нисә килограмға артҡан, тиреһе лә ҡалыная төшкән, януар хәҙер һалҡынға бирешмәй ас түгел , ти йорт хужаһы.

Ҡырҡ йыл элек Рим Суфияновтың атаһы ла йортҡа етемһерәп яңғыҙ ҡалған айыу балаһын йәлләп йортона алып ҡайтҡан. Әммә ҡырағай януарҙы кеше ҡураһында, йорт хайуандары эргәһендә оҙаҡҡа ҡалдырырға ярамай. Тайыштабанды кеше булмаған урынға күсерергә кәрәк.Уны оҙатыуға кешеләр айыу өсөн хәүефһеҙ булған махсус сетканан бәләкәй оя ҡорған.

Тайыштабан тиҙҙән үҙен тәрбиәләп, бағып торған ғаилә менән тиҙҙән айырыласағын һиҙенә кеүек. Урман ҡунағын ҡырағай йәнлектәрҙе ваҡытлыса тәрбиәләп тороуҙа тәжрибәһе булған кешеләр табылған.

Айыу балаһы кешеләр булмаған ерҙә вольерҙа тотоласаҡ. Урман кейегенә көн һайын махсус әҙерлекле белгес ашарға биреп тәрбиәләп торасаҡ. Туҡандағы вольер кеше торлағынан алыҫта урынлашҡан. Тауҙарҙа яҙ һуңыраҡ килә. Үлән сығыу менән айыу балаһы тәбиғәткә ебәреләсәк.

Виталий Гусев, һунарсылар йәмғиәте учредителе

Айыухандың Суфияновтар нигеҙендә тамағы һыйлы була. Айыу күрә килеүселәр тәмлекәстәр килтерә. Йорт хужаһы үҙе лә урман ҡунағына кәнфит-алмалар йәлләмәй. Әммә урман януарын артабан ҡырағай шарттарҙа үҙ аллы йәшәргә яраҡлашһын өсөн, кешеләр йәшәгән мөхиттән бөтөнләйгә айырырға тура киләсәк.

Еңел автомобилгә күсерелеү менән айыу балаһы бер ни тиклем тынысланғандай булды. Вольеры унан ҡалған ем сүпләүсе турғайҙар менән тулды.Урман ҡунағы менән хушлашыу минуттары ауыл балалары һәм әлбиттә, көн һайын уның менән аралашҡан Алһыу өсөн дә яманһыуыраҡ.

Гүзәл Борханова