Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ял иткәндән һуң бөгөн йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Йәнә яуға. Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ял иткәндән һуң бөгөн йәнә махсус хәрби операцияға юлланды. Улар менән хушлашырға туғандары, яҡындары килгән. Ирекле батальон һалдаттарын алғы һыҙыҡҡа БЮТ хәбәрселәре лә оҙатты.

Хис-тойғоларҙың тулышыуынан ун көнлөк ялдың һалдат өсөн ни тиклем аҙ икәнәлегенә инанаһың. Әммә нисек кенә булмаһын айырылышыу минуттары аяуһыҙ. Улар үткән һайын хушлашыусыларҙың ҡосаҡтары нығыраҡ ҡыҫыла, күҙҙәргә йәштәр эркелә. Шуға күрә хәрбиҙәр был аҙна-ун көндө мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышҡан.

Ҡайһы бер хәрбиҙәр отпуск мәлендә хатта өйләнеп тә өлгөргән. Баллы айҙы һуҙыр инек тә, әммә тыуған илгә булған бурысты үтәү мөһимерәк, ти улар.

Ҡыҙғаныс, әммә бар яугирҙың да өҙөлөп оҙатып ҡалыусыһы юҡ. Отпуск тамамланыуын да улар көтөп алған. «Опасный» ҡушматлы яугир хәрби операцияла ғына күңел тыныслығы тапҡан.

Кем ниндәй сәбәп менән хәрби операцияға ҡушылмаһын оҙатыусыларҙың теләге бер- егеттәребеҙ иҫән әйләнеп ҡайтырға тейеш. Уларҙы йортта ата-әсәләре, ҡатындары, ул һәм ҡыҙҙары көтә.

Айнур Кәбиров