Был турала бөгөн бөйөк рус йырсыһы Федеор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан үткән кисәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Залдағыларҙы тәбрикләп Радий Хәбиров Шаляпиндың яҡташыбыҙ тип әйтеүҙән дә тартынманы. Бөйөк бас башҡарыусының йыр сәнғәт олимпына күтәрелеше тап Өфө менән бәйле. Башҡортостандың баш ҡалаһында ул тәүге тапҡыр профессиональ сәхнәгә сыға.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенән бөгөн Федор Шаляпин репертуарынан романстар яңғыраны. Өфөлә бөгөн шулай уҡ, йәмәғәтселек Шаляпин иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды. Йырсының һыны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының йөҙ яҡлап стенаһын биҙәй. Башҡортостандың милли музейында йырсыға арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияла йырсының шәхси әйберҙәре, афишалары, гәзит мәҡәләләре һәм концерт билеттары урын алған. Күргәҙмә 15 мартҡа тиклем эшләй.