14 февраль - Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Ошо уңайҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ» акцияһын ойошторҙо. Был изгелекле сарала һәр кем ҡатнаша ала. Уның өсөн «Китап» магазинына килеп, балалар өсөн тәғәйенләнгән баҫма һатып алырға кәрәк. Ике аҙна дауам иткән акцияға йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар үҙҙәре лә ҡушылған. Балалар ҙа ситтә ҡалмаған.

Рәсәйҙә был байрам етенсе тапҡыр билдәләнә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тәүге тапҡыр ҡушылған. Әле 200-ҙән ашыу китап йыйылған, уны Луганск һәм Донецк республикаларынан килгән һәм Башҡортостандың Учалы, Күмертау ҡалалары, Күгәрсен районындағы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәренә тапшырасаҡтар. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортона китаптар һәм китап кәштәләре бүләк иткән.