Быйыл йәй Өфөлә үтәсәк «Рәсәй төбәктәре һәм Беларусь»10-сы халыҡ-ара форумында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Белоруссияның Гомель өлкәһе депутаттар Советы араһында үҙ ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә. Был турала парламент спикеры Константин Толкачев етәкселегендәге рәсми делегацияның Белоруссияның Гомель өлкәһенә эш сәфәре барышында билдәле булды. Башҡортостан вәкилдәре Гомель өлкәһенең 85 йыллығына арналған тантаналарға саҡырылғайны. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
Һуңғы осорҙа Башҡортостан менән Белоруссия араһында сауҙа-иҡтисади өлкә менән бер рәттән рухи-мәҙәни бәйләнештәр ҙә нығый бара. Минск ҡалаһында эшләп килгән «Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы» йәмәғәт ойошмаһы башлыса Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтарҙы берләштерә. Ойошманың 25 йыллығы уңайынан Башҡортостан башлығы исеменән тапшырылған милли музыка ҡоралдары берекмә эшен тағы ла йәмләйәсәк.
Гомель ерендә Башҡортостан ҡунаҡтарын икмәк-тоҙ менән белорус ҡыҙҙары сәләмләне. Сәфәр барышында республика делегацияһы ағзалары урындағы закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар уҙғарып, парламент бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләһен күтәрҙе. Константин Толкачев Гомель өлкәһе депутаттар Советы ҡарамағына ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проектын тәҡдим итте. Документҡа быйыл йәй Өфөлә, «Рәсәй төбәктәре һәм Беларусь» 10-сы халыҡ-ара форумы сиктәрендә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Башҡортостан вәкилдәре шулай уҡ Гомелдә эшләп килгән сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән дә танышты. «Гомель-Ратон» ирекле иҡтисади зонаһы вәкилдәре быға тиклем дә Башҡортостандағы партнерҙары менән эшлекле осрашыуҙар уҙғарған. Уның ҡарамағында эшләүсе төрлө предприятиелар һәм башҡа сәнғәт ойошмалар ла Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерә.
Беларусь Республикаһының иң ҡеүәтле төбәктәренең береһе булған өлкәнең 85 йыллығына арналған тантаналарҙа Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Константин Толкачев ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергән учреждениелар һәм предприятелар вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостан башлығы Указы менән өлкә губернаторы Иван Крупко «Халыҡтар дуҫлығы ордены»на лайыҡ булды. Оло юбилей уңайынан Гомель халҡын Башҡортостандың сәнғәт оҫталары ла тәбрикләне. Ҡурайсы Азат Биксурин оҙатыуында йырсы Тимур Рамаҙанов башҡарған Башҡортостан менән Беларусь Республикалары дуҫлығын данлаған йырҙы зал көслө алҡыштарға күмде.
Дуҫлыҡ һәм емешле хеҙмәттәшлек өсөн алыҫ аралар сик түгел. 2022 йылдың 11 айында ғына ике төбәк араһында тауар әйләнеше алдағы йылға ҡарағанда 10 проценттан ашыуға артһа, быйыл был күрһәткес тағы яҡшырмаҡсы. Сөнки ике төбәк араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу дәүләт кимәлендә алып барылған сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп ҡуйылған.
Гөлдәриә Йосопова