Республика буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ярма импортлаусы илдең фитосанитар талаптарына яуап бирә. Идаралыҡ тарафынан таныҡлыҡ бирелгән. Ҡарабойҙай Ғафури районы баҫыуҙарында үҫтерелгән. Уҙған йыл республиканың ауыл хужалығы предприятиелары сит илдәргә 400 мең тонна төрлө продукция оҙатҡан. Экспорт күләме 291 миллион долларға баһалана. Продукцияһының күп өлөшө май-нефть сәнәғәтенә, ҡалғаны майлы культуралар, спирттар, бал, иген культуралары, ит-һөт ризыҡтарына тура килә.