Республикала умартасылар форумы була

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ул тармаҡты үҫтереү мәсьәләләренә арнала. Эшлекле йыйында ғалимдар, умартасылар ҡатнаша. Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.  Форум барышында умартасылыҡ өлкәһендәге проблемаларға бағышланған түңәрәк өҫтәл үтә. Белгестәр бал ҡорттарын һаҡлау, бөжәктәрҙә булған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында фекер алыша. “Умартасылыҡтың киләсәге” тип аталған күргәҙмә ойоштороу ҡарала. Форум 25 февралдә уҙа.