Республикала һауа сифатын тикшереү постары күберәк була

Хөкүмәттә үткән ултырышта Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында экологик хәл тикшерелде. Рәсәй Президенты Владимир Путин ғинуарҙа Башҡортостанға килгәнендә тирә-яҡты һаҡлау мәсьәләһенә иғтибар кәрәк тине. Ҡала халҡынан һауала насар еҫ сәбәпле мөрәжәғәттәр артҡан. Ултырышта атмосфераның сифатын баһалау өсөн автоматик станциялар һанын арттырырға тәҡдим ителде. Ҙур сәнәғәт ойошмалары тирә-яҡ мөхиткә килгән зыянды кәметеү өсөн айырым саралар күрергә ниәтләй. Таҙартыу ҡоролмалары яңыртыла, етештереү үҙгәртеп ҡорола, заманса технологик алымдар ҡулланыла.