Өфөләге Көнсығыш сығыу юлында яңы объект төҙөлөшө башланды

Бында юл-файҙаланыу ойошмаһы барлыҡҡа килә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынынан белдереүҙәренсә, бинала административ-хужалыҡ бүлмәләре, таҙартыу ҡоролмалары һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар етештереү цехы була. Көнсығыш сығыу юлында автомобиль ағымын тикшереү өсөн автоматик система йыһазландырыла. Яңы юлдан  машинала үтеү түләүле  була. Көнсығыш сығыу юлы йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.