Республикала “Ҡыҙғылт туп” чемпионатының финал матчтары үтте

    Баймаҡ һәм Борай райондарында “Ҡыҙғыл туп” Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты финалы булды.  Бер нисә этаптан торған турнирҙа 2010-2011 йылғы үҫмерҙәр ҡатнашты. Ярыштың һуңғы этабына иң көслө спорсылар сыҡты. Улар мәктәп, муниципаль һәм зона ярыштары еңеүселәре. Был бәйгеләр республика район һәм ҡалаларында өс ай дауамында үткәрелде.

    Баймаҡта уҙған ярышта иң яҡшы республика командалары көс һынашты. Улар ҡала турнирҙарында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Финал матчында Благовещендан “Арматура” командаһы Сибайҙың “Альтаир” командаһын еңде. Иҫәп 65:5. Өсөнсө урынды урындағы “Шторм” командаһы алды. Улар Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының “Стрела” командаһын ҡыйратты. Артабанғы урындарҙы Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Күмертау егеттәре алды.

   Ҡыҙҙар араһында ойошторолған турнирҙа беренсе урынды Стәрлетамаҡтан  “STRЕЖИ” командаһы яуланы. Улар финалда Сибайҙың “Ровесник” командаһынан көслөрәк булып сыҡты. Иҫәп - 49:20. “Бронза” менән Баймаҡтың “Шторм”ы бүләкләнде. Улар өсөнсө урын өсөн алышта “Чемпион” командаһын 19-ға 16 иҫәбенә еңеде. Турнирҙа шулай уҡ  Өфөнән “Спартаковец” һәм Ишембайҙан “Батыр” командалары ҡатнашты.  

    Борай районында Башҡортостан райондары исеменән сығыш яһаған командалар ҡатнашты. Үҫмерҙәр турниры титулына көрәштә майҙан хужалары Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе командаһын 73-кә 46 иҫәбенә еңде. “Бронза” Ейәнсура командаһында. Улар Тәтешле районы спортсыларын 36-ға 23 иҫәбенә отто. Артабанғы урындарҙы Стәрлебаш, Саҡмағош, Бүздәк, Нуриман, Ҡыйғы, Шаран һәм Ҡырмыҫҡалы районы спортсылары алды.

    Турнирҙың финал матчында ҡыҙҙар командалары араһында һөҙөмтәләр шундай. Бүздәктән “Луч” командаһы паркет хужаларын көтмәгәндә еңеүгә өлгәште. Иҫәп – 57-гә 2. Өсөнсө урын өсөн көрәштә Ҡыйғы вәкилдәре Саҡмағош районындағы тиңдәштәренән көслөрәк булып сыҡты. Һөҙөмтә – 42:37. Борайҙағы алыштарҙа Күгәрсен, Кушнаренко, Дыуан, Архангел, Благовар, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Хәйбулла ҡыҙҙары ҡатнашты.

    “Ҡыҙғылт туп” Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына ярашлы ойошторола.

Автор: Зөһрә Арсаева. 

#Чемпионат #ОранжевыйМяч БашҡортостанБашлығы #Гранты Гранттар #Турнир #Баскетбол