Уртаҡ көс менән. Туймазы районында йәшәүселәр яҡташ һалдаттар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә. Ирекмән гүзәл заттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла байтаҡ. Улар селтәрҙе ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр аша оҙата. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
70 йәшлек Фәнүзә Латипова һалдаттарға маскировка селтәрен тегеү өсөн Ғафур ауылынан район үҙәгенә автобус менән килеп йөрөй. Өлкән йәштәге ханымдың яҡындары хәрби хеҙмәткә саҡырылмаһа ла ул Донбасстағы ир-егеттәрҙең көндәлеген хәстәрлеп ярҙам итергә тырыша.
Туймазы ҡалаһында берләшкән ирекмәндәр хеҙмәте эш көнөнә тиң. Ҡатын-ҡыҙҙар көн дауамында маскировка селтәре, шулай уҡ снайперҙарға йәшенеү костюмдарын тегә. Был кейемдәрҙе улар һалдаттарҙың теләген иҫәпкә алып тегә.
Илсембәт ауылында йәшәүселәр ҙә һалдаттарға ярҙам эшенән ситтә ҡалманы. Яҡташ һалдаттарға арнап яҙылған йырҙарҙы башҡарып улар күңелдәрен дә йыуата.
Урындағы мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар тегеү цехын ойоштороп, хәрбиҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар әҙерләй.
Маскировка селтәренә ихтыяж артҡандан-арта, ти ҡатын-ҡыҙҙар. Һалдаттар танкты һәм башҡа техниканы ирекмәндәр үргән япмалар менән хәрби һөжүмдән йәшереп тота.
Туймазы районы буйынса ирекмәндәр 1500 квадрат метр маскировка селтәре үргән. Һалдаттарҙың еңел булмаған көндәлегендә ҙур ярҙам булып торған сеткаларҙы яҡташтар хәрбиҙәр аша һәм гуманитар ылау менән оҙата.
Флорида Ким