Рәсәй Коммунистар партияһына - 30 йыл

Компартия эшмәкәрлеге дәүләт булдырыу менән бер ваҡытта тергеҙелә. Бөгөн КПРФ Рәсәйҙең төп партияларының береһе һанала. Тарихи дата уңайынан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа фирҡә ағзалары, социализм фекерен яҡлаусылар ҡатнашлығында йыйылыш үтте.

Залда өс тиҫтә йыл элек Мәскәүҙә ойошманы булдырыу съезында ҡатнашҡан төбәк бүлеге ветерандары ла бар ине. Башҡортостан коммунистары партияның ҡатмарлы үҫеш йылдары тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Сарала ойошмаға яңы ағзалар ҡабул ителде, әүҙем эшмәкәрҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Иң һуңында Рәсәй Коммунистар партияһы етәксеһе Геннадий Зюганов менән видео-бәйләнеш ойошторолдо.