Өфөнөң 7-cе балалар музыка мәктәбе яңы музыка ҡоралдары менән тулыланды

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә белем усағына баян, флейта, домра, саксафон, аккордеон һәм башҡа инструменттар һатып алынды. Ошо маҡсатта 3 миллион һум аҡса бүленгән. Федераль бюджет ярҙамында балаларҙа сәнғәткә һәм ижадҡа һөйөү тәрбиәләп, музыкаль профессия үҙләштерергә ярҙам итеү бурысы ҡуйылған.

Күптән түгел төҙөкләндерелгән мәктәп тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, уҡыу кәрәк-яраҡтары менән дә тулыланды. Белгестәр әйтеүенсә, матди-техник база яңыртылыуы музыка менән шөғөлләнгән балаларҙың дәресен һөҙөмтәле һәм сифатлы үткәрергә булышлыҡ итә.