Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан шул турала хәбәр итәләр. “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы, Сибай ҡалаһы клиникаһында 100 миллион һумлыҡ заманса магнит-резонанс томографы ҡуйылды. Халыҡ өсөн медицина тикшеренеүе бушлай үткәрелә. Стәрлебаш дауаханаһына үпкәне яһалма елләтеү аппараты ҡайтарылды. Бындай ҡорамал пациенттың хәленә ҡарап күрһәткестәрҙе үҙ аллы көйләй ала.