Республикала ике гимназияға беренсе президент Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ошо турала Указы бар. Күмертау ҡалаһындағы 3-сө республика башҡорт гимназияһы директоры Шайморат Тимербулатов белдереүенсә, президент заманында был белем усағына ҙур ярҙам күрһәткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Уҡытыусылар һәм балалар Мортаза Рәхимовтың исеменә тап төшөрмәҫ. Тырышып эшләр һәм уҡыр”, - ти Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Фәйрүзә Ибраһимова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл асыла. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында музей булдырыу ҡарала. Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына бағышланған биографик энциклопедия сығарыу планлаштырыла.