Ауыл мәктәптәрендә спорт залдарын ремонтлауға 25 миллион һум аҡса бүленә

Республика менән идара итеү үҙәгендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә дәүләт программаһы үтәлеше ҡаралды. 2014 йылдан федераль һәм төбәк бюджеттарынан 382 миллион һум йәлеп ителгән. Ошо ваҡыт эсендә 500-ҙән ашыу спорт залы төҙөкләндерелгән. Быйыл программаға ярашлы 43 белем усағында ремонт эшләү, спорт ҡорамалдары һәм йыһаздары һатып алыу күҙаллана.