Ижади бәйгенең маҡсаты башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалау, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау. Унда 35 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша ала. Ғаризалар 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Конкурс 26-28 апрелдә Сибайҙа уҙа. Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы июнгә билдәләнгән.