Бүздәк районынынң Әмир ауылы «Айыҡ ауыл» исеме өсөн көрәшә

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм башҡа вәкилдәр ауылдың йәшәйеше менән танышты. Айыҡ һәм сәләмәт тормош менән йәшәүселәр ойошторған байрамда БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡатнашты.

Үҙеңде тәрбиәлә, балалар артыңдан эйәрер тиҙәр. Әмир ауылында йәшәүселәр ГТО нормаларын тапшыра. Ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, пресс тартыу һәм башҡа төр спорт күнекмәләрендә өлкәндәрҙән кескәйҙәр ҙә ҡалышмаҫҡа тырыша. Ишмаевтар туғыҙ кеше килгән.

Хаҡлы ялдағы ауыл ҡатын- ҡыҙҙары йыйылып район үҙәгенә бассейнға һәм фитнесҡа йөрөй. Мал ҡарап, баҡса утауҙан тыш фитнеста үҙләштергән һығылмалылыҡтарын улар бөгөн ауыл клубы сәхнәһендә күрһәтә. Айыҡ ауыл конкурсының баһалама комиссия ағзалары - Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, урындағы социаль учреждение вәкилдәре һәм етәкселәр.

Ауылдың ныҡлығы көслө ир-аттар ҡулында. Әмирҙә атайҙар ҡоро эшләп килә. Ҡайҙа ҡул эше талап ителә, кемдең ғаиләһенә ярҙам кәрәк - улар кәңәшләшеп эш итергә, өмә ойошторорға күнеккән.

Ауылдан махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттәр араһында һәләк булғаны ла бар. Ҡатын- ҡыҙҙар хәрби яҡташтарына туҡмас ҡырҡып, ҡорот ҡайнатып милли аштар әҙерләп ебәрә.

Окоп шәме өсөн Исхаҡовтар умартаһы кәрәҙе ҡулланыла. Тырыш ғаиләнең 150 баш күсе бар. Кәрәҙҙән эшләнгән шәмдәр оҙағыраҡ яна, ти улар. Ауылда элекке һымаҡ кис ултырыуҙар йәнләнгән. Гүзәл заттар йыйылышып ҡул эштәре менән була.

Ауылда магазинда алкоголь һатыу тыйылмаған. Ауыл советы башлығы белдереүенсә, өйҙән самогон һатыу юҡ. Эсеп иҫереп йөрөүселәр юҡ кимәлендә, булғандары менән етди эш алып барыла.

«Айыҡ ауыл» конкурсы презентацияһы ваҡытында сәләмәтлеген тикшертергә теләүселәр өсөн район үҙәгенән терапевт һәм узи белгесе килде. Ә күңелдәрен йыр-моң менән дауалаусылар өсөн урындағы таланттар концерт ҡуйҙы. Милли аш -һыуҙарҙан урамда йәрминкә ойошторолдо.

Рәмилә Исмәғилева