«Мөхәббәт боҙҙо иретә». Өфөнөң Яҡутов паркында «Юлдаш» радиоһы менән «Юлдаш плюс» коллективы тоғро тыңлаусыларына күңел йылыһы өләште. Һырғалаҡ эргәһендәге сәхнәлә сығыш яһаусы артистар моңло йырҙар бүләк итте. Мәҙәни программаны «Теге өсәү» тапшырыуы ижади төркөмө алып барҙы. Сараға килеүселәр конькиҙа шыуып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Иң әүҙемдәр бүләктәр алып ҡыуанды.
«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар ине. Яңы ғына өйләнешккән парҙар байрамдың төп ҡунағына әйләнде. Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе сараға Зәлиә менән Руслан Мөхәмәтйәровтар ҙа ҡушылды.