Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу сараһында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәп Ватандан ситтә һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу сараһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Мораҡ ауылында хәрбиҙәр мемориалына сәскә һалды.

34 йыл элек 15 февралдә СССР үҙенең ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара. Ун йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлә, үкенескә, Башҡортостандан да 343 яҡташыбыҙ Афғанстандан әйләнеп ҡайтмай. Күгәрсен районы локаль бәрелештәрҙә 4 һалдатын юғалта. Уларҙы иҫкә алыу митингына хәрби хәрәкәт ветерандары, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусылар йыйылды.