Башҡорт дәүләт медицина университеты табиптары Мәскәү ҡалаһынан килгән белгестәр менән аорта- янбаш шунтлау операцияһын үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресе рәүешендә ойошторолған әмәлиәт робот Давинчи ярҙамында башҡарылды. Бындай операциялар баш ҡала белгестәре тарафынан даими үткәрелеп тора. Тәжрибә уртаҡлашыу майҙанынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙма.
Был кадрҙар ҡурҡыныс фильмдан өҙөктө хәтерләтә. Робот пациенттың ҡорһағын бер нисә урындан тишеп, төрлө хәрәкәттәр башҡара. Тәү ҡарашҡа аппарат барыһын да үҙе эшләй кеүек. Ысынында иһә Давинчи роботы менән хирург идара итә, ҡоролмалар белгестең һәр хәрәкәтен теүәл үтәй. Был табиптарҙың ҡулындағы теүәл һәм ышаныслы ҡоролма.
Бындай аппарат күптән түгел Башҡортостан табиптары өсөн ҙур хыял ине, бөгөн Өфөлә ошондай 3 робот бар. Республика табиптары менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн гибрид операцияға Мәскәү белегестәре килде.
Мотлаҡ медицина страховкаһы сиктәрендә бындай операцияны республикала йәшәүсе һәр кешегә бушлай эшләү мөмкинлеге бар. Йыл һайын республикала давинчи роботы ярҙамында 700-ҙән ашыу операция башҡарыла.
Көн һайын клиникала ҡатмарлы операциялар эшләнә. Дауаланыу өсөн пациенттар бында республиканың төрлө төбәктәренән килә. Тәү ҡарашҡа йәнһеҙ робот кешеләрҙең тормошон еңеләйтә
Лилиә Мәҡсүтова