Радий Хәбиров СВО барышында геройҙарса башын һалған Айҙар Айытҡужиндың ата-әсәһенең хәлен белеште

Күгәрсен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы махсус хәрби операция барышында геройҙарса башын һалған Айҙар Айытҡужиндың ата-әсәһенең хәлен белеште. Батыр ул тәрбиәләгәндәре өсөн Радий Хәбиров уларҙы Шайморатов ордены менән бүләкләне. Башҡортостан башлығы һәләк булғандарҙың яҡындарына республика кардиология үҙәгендә реабилитация үтеү мөмкинлеге булдырылыуын да хәбәр итте. Радий Хәбиров Айҙар Айытҡужиндың яҡындарына ла унан файҙаланырға саҡырҙы.

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡындары Радий Хәбировҡа иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар әйтеүенсә, урындағы власть вәкилдәре, ауылдаштар ғаиләне яңғыҙ ҡалдырмаған. Семен-Петровское ауылында Айҙар Айытҡужин иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған, район хакимиәте лә һәр үтенескә ваҡытында яуап бирә.