Өфөлә Рәсәйҙән ситтә хәрби бурысын үтәгән яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде

Хәрби бәрелештәр ветерандары Еңеү паркындағы «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды. Баш ҡаланың Көньяҡ зыяратындағы локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә кадеттар маршы үтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Донъяның төрлө «ҡыҙыу нөктә»ләрендә дәүләтебеҙ мәнфәғәтен намыҫлы яҡлаған геройҙарҙы иҫкә алыу сараһы Өфөнөң «Еңеү паркы»нда башланды. Хәрби бәрелештәр ветерандары, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды. Тап 34 йыл элек һуңғы совет һалдаты Афғанстандан сығарыла. Ләкин был көн «Афған»дарҙы ғына түгел, башҡа хәрби

Иҫтәлекле дата Рәсәйҙең «Хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнгән. Совет һалдаттары һәм офицерҙары Кореяла, Вьетнамда, Сүриәлә, Мысырҙа һәм башҡа илдәрҙә һуғыша. Рәсәй хәрбиҙәре элекке СССР республикаларындағы «ҡыҙыу нөктәләр»ҙә, Югославияла, Абхазияла, Көньяҡ Осетияла тыныслыҡ урынлаштырыу контингенты составында булған.

Дәүләтебеҙ тарихында героик биттәр бик күп. Төрлө конфликттарҙа яугирҙарыбыҙ һәр саҡ батырлыҡ өлгөһө, хәрби антына, үҙ намыҫына тоғро ҡалырға әҙер булыуҙарын күрһәтте. Әле лә улар махсус хәрби операция сиктәрендә Юғары баш командующий ҡуйған бурыстарҙы үтәй.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе

Тыуған илгә тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән ватандаштарыбыҙҙы Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ла иҫкә алдылар. Бында локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһендә хәрби марш үтте. 1979-1989 йылдарҙа Афғанстан республикаһында барған хәрби бәрелештәрҙә 15 мең Совет һалдаты һәләк булған, уларҙың 343-сө Башҡортостан вәкилдәре.

Әле лә Рәсәй хәрбиҙәре ил именлеген яҡлай. Тыныслыҡ, бәхетле тормош өсөн көрәшкән һалдаттарыбыҙ үҙ миссияһын намыҫлы үтәй һәм уларҙы өйҙә көтөүселәрҙең тыныс йоҡоһон һаҡлай.

Әлфинә Килдейәрова