Дыуан районы Мәсәғүт ауылында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегияһы үтте

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә Һаулыҡ һаҡлау министрының эш сәфәре хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Һаулыҡ һаҡлау министры райондың иң мөһим төҙөлөш йәйелдерелгән балалар поликлиникаһы һәм диализ үҙәге майҙандарында эш барышы менән танышты. Көндөҙгө стационары булған балалар поликлиникаһы «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Өфө медицина колледжының Мәсәғүт филиалын рәсми асыу тантанаһы төнъяҡ-көнсығыш зонала урынлашҡан райондарҙан, күрше Силәбе өлкәһенән белем алыусы студенттар ҡатнашлығында үтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса беҙ республикала медколлеждарҙың 4 филиалын астыҡ.» Шәфҡәт туташы» һөнәре буйынса 25 белгес әҙерләү төньяҡ-көнсығыш райондарҙа урта медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяжды кәметәсәк, киләсәктә студенттар һанын тағы ла арттырырға ниәтләйбеҙ.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры

Мәсәғүттә төньяҡ-көнсығыш төбәктең муниципаль-ара медицина үҙәге эшләй. Дыуан округында ғына был үҙәктә 115 меңдән ашыу халыҡ хеҙмәтләндерелә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү маҡсатында автопарк яңыртыла. Малаяҙ, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаларына тәгәрмәстәрҙә поликликлинкалар, ә Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына гранта моделле еңел автомобилдәр тапшырылды.

Күсмә коллегияла һаулыҡ һаҡлау министры төбәктә демографик хәлдең тотороҡло булыуын, халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәштән артыуын, сабый балаларҙың үлем осраҡтары кәмеүен билдәләне. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республикаға федераль ҡаҙнанан 8 миллиард һум аҡса бүленгән. Төбәк проекттары сиктәрендә беренсел медицина звеноһы модернизацияланған, 55 ФАП төҙөлгән, 28 һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына капиталь ремонт үткәрелгән, 143 ашыу ҡорамалдар һатып алынған.

Юғары технологиялы медицина хеҙмәтен күрһәтеү бермә-бер яҡшырған. Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәштә ҙур алға китеш күҙәтелә. Телемедицина ярҙамында 82 меңдән ашыу консультация үткәрелгән, 24 меңдән ашыу пациентҡа юғары технологиялы әмәлиәт яһалған.»Медицина ярҙамсыһы» кеүек пилот проекттар уңышлы тормошҡа ашырылған. Күсмә коллегияла медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәттәре, һөнәри оҫталығы өсөн бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының Әбдрәшит фельдшер-акушерлыҡ пунктынан Фәнирә Ғариповаға һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау ҡағыҙы, ашығыс ярҙам хеҙмәте фельдшеры Илшат Дәүләтшинға рәхмәт хаты тапшырылды.

Кешелек өсөн иң ҡәҙерлеһе булған һаулыҡ һағында тороусылар артабан да тырышып эшләргә, кеше ғүмерҙәрен һаҡлауҙа бар һәләтен, тәжрибәһен һалырға әҙер икәнлеген белдерҙе. Медицина тармағы алдында киләһе йылда ла «Сәләмәтлек» милли проекты, республика проекттары сиктәрендә ҙур эштәр башҡарыу маҡсаты тора.

Гүзәл Борханова