Өфөлә Фәрит Иҙрисовтың ҡырҡ йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған концерт үтте

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле композитор, дирижер Фәрит Иҙрисовтың ҡырҡ йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған концерт үтте. Оло сәхнәгә ул республиканың Милли симфоник оркестры коллективы менән бергә сыҡты. Маэстро идаралығында классик музыка әҫәрҙәре - Заһир Исмәғилевтың «Салауат» симфония поэмаһы менән Петр Чайковскийҙың 5-cе симфонияһы яңғыраны. Ижад кисәһендә юбилярға Милли сәнғәткә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаты, «Ал да, нур сәс халҡыңа» Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалы тапшырылды.

Һуңғы егерме йыл Фәрит Иҙрисов республиканың Милли симфоник оркестры менән опера һәм балет театрында фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Уның ижади кенәгәһендә утыҙҙан ашыу милли, рус һәм сит ил композиторҙарының спектаклдәре һәм симфониялары. Башҡортостан дәүләт гимны музыкаһы авторы булараҡ та киң билдәле.