2014 йылдан эшләп килгән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. Уның ярҙамында ауылдарға йән инә, халыҡтың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы ла йыл да ҡатнашып килә был программала. Күптән түгел дөйөм йыйылышта ауыл халҡы бер тауыштан был программа буйынса быйыл Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортоноң 16 тәҙрәһен яңыртырға, тигән ҡарар сығарҙы. Һыуыҡтар башланғас та тәбиғи газ менән йылытыла башлай мәҙәниәт йорто. Ләкин 1987 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре йәйге эҫелә, ҡышҡы һалҡындарҙа, көҙгө ямғырҙарҙа таушалып, йоҡарып бөткән, шуның өсөн һыуыҡ ел үтеп, бүлмәләрҙә йылы тормай. "Кейенгән килеш балаларға ла, ололарға ла саралар үткәреп булмай. Шуның өсөн тәҙрәләрҙе алыштырыу бик мөһим мәсьәлә беҙҙең өсөн. Пластик тәҙрәләр эстетик яҡтан матур булһа, өҫтәүенә йылыны ла тота. Яңы тәҙрәләр беҙгә бик кәрәк," - ти ауыл халҡы.