Башҡортостанда “Яҡташлыҡ көсө” форумы уҙа

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, сара 5 майҙа Өфөлә үтә. Документ рәсми мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин етәкләй. Тиҙҙән форум программаһы әҙер булырға тейеш. 2023 йыл республикала Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.